logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Ҡышҡы күңелле уйындар»

Темәс тарихи -мәҙәни үҙәк һәм ауыл моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре бергәләп балалар өсөн«Ҡышҡы күңелле уйындар» исемле байрам сараһы үткәрҙеләр.
Балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындары “Аҡ тирәк -күк тирәк”,”Тирмә”,”Арҡан тартыш”,төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде.
Байрамда ҡатнашҡан һәр бала тәмле ризыҡтар алып ҡыуанды .
Сара аҙағынан ата -әсәләр ,балалар менән бергәләп Ғәбдрәшитов Самат эшләгән ҡар тауында шау -гөр килеп сана шыуҙылар.

Самат һәм Дилбәр Ғәбдрәшитовтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт ауыл халҡы исеменән.
Йыл һайында улар ҡар тауы эшләп балаларҙы ҡыуандыралар.Һеҙгә һаулыҡ ғаилә бәхете теләйбеҙ.