logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“ВЕЛОСИПЕДТА ЙӨРӨЙБӨҘ!”

Йыл һайын 7 апрелдә бөтә донъя һаулыҡ көнө билдәләнә.
Бөгөн тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Әүәлбаев Марат Юлай улы менән ҡыш айҙарынан һуң саңғы туңәрәген ябып,йәйге велосипедсылар түңәрәген асыу тантанаһын үткәрҙек.

Сарала Темәс ауылы хакимиәт башлығы Байрамғолова Айгөл Ғумәр ҡыҙы,депутат Йосопова Фәнузә Абдрахман ҡыҙы, уҡыусылар,уҡытыусылар ,ауыл халҡы ҡатнашты.

Марат Юлай улы Һаулыҡ-ул тормоштоң төп ҡиммәте, уны сәләмәт йәшәү рәүешен тураһында һөйләне.
Саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашҡандарға маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Велосипедтың ҡағиҙәләре менән таныштырып сарала ҡатнашыусыларға велосипедта ярыштар уҙғарылды.

Ярыштан һуң ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе Йосопова Гөлшәт апай самауырҙан тәмле сәйҙәре ”Һаҡсы фәрештә “ ирекмәндәре Гузәл Марат ҡыҙы,Альмира Абрар ҡыҙы,Венера Буранғоловаларҙың тәмле бутҡалары менән килгән кешеләрҙе һыйланылар.

Саф һауала йәйәү йөрөү, велосипедта йөрөү, төрлө йәштәге кешеләргә файҙа килтерер.
Һуңғы йылдарҙа шулай уҡ велосипедта елдереүселәр күҙгә күренеп артты.
Тәү сиратта, ул сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн балалар араһында файҙалы ялды популярлаштырыуға йүнәлтелде. Был экологик таҙа транспорт төрө һаулыҡ өсөн файҙалы.

Һәр бала физик яҡтан ни тиклем иртәрәк үҫешә башлаһа, шул тиклем сәләмәт һәм көслөрәк буласаҡ. Сөнки кешенең яҙмышы күп осраҡта уның эшмәкәрлегенә әүҙемлегенә һәм аралашыу даирәһенә бәйле: ул компьютер артында ултырасаҡ йәки ихатала уйнаясаҡ, энергиялы, ижади, сәләмәт һәм көслө балалар менән аралашасаҡ. Ә физик тәрбиәнең иң һөҙөмтәле сараһы – велосипедта йөрөү.
Шуға күрә активистарҙың Темәс велотуристар үҙәге итергә тырышыуҙары тормошҡа ашыр һәм ауылыбыҙҙа махсус билдәләнгән көндә генә түгел, ә көн һайын йөҙләгән велосипедсылар елер, тип ышанабыҙ.

Аҙнаның һәр кесейомаһы бергәләп осрашабыҙ, велосипедтарҙа елдерәбеҙ!Берҙәм булайыҡ,бергә булайыҡ!