logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Тылсымлы халыҡ әкиәттәре “

📚Темәс урта мәктәбенең 2 -се класс уҡыусыларына (уҡытыусыһы Искужина Әлиә Мөбәрәк ҡыҙы .) “Тылсымлы халыҡ әкиәттәре “исемле халыҡ ижады нигеҙендә ҡоролған ҙур сара ойошторолдо.

📚Әкиәт – бәләкәй балаларҙы әхлаҡи тәрбиәләүҙә мөһим сара икәнлеген башҡорт халҡы бик борон замандан яҡшы аңлаған.Ошо бәйләнеште артабан үҫтереү,нығытыу маҡсатында үткәрелде.

Әкиәт йәшкә ҡарамай, бөтәһен дә үҙенә ҡыҙыҡһындыра, ылыҡтыра. Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя. Унда изгелек һәр ваҡыт яуызлыҡты еңә, хыялдар тормошҡа аша. Балаға үҙенә ышанырға, уны изгелекле, ғәҙел, ярҙамсыл булырға тәрбиәләй, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, ҡыйыулыҡ өҫтәй.

📚Әкиәттәр доньяһына арналған сарала уҡыусыларға башҡорт , урыҫ һәм башҡа халыҡтар әкиәттәре тураһында мәғлүмәттәр бирелде һәм уҡыусыларға халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнгән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде, слайд күрһәтелде.

📚Уҡыусылар китапхананан өйҙә уҡырғы әкиәт,төрлө китаптар алып бик ҡәнәғәт таралыштылар.

Афарин уҡыусылар