“Туған һүҙ тарихы “
Темәс ауыл модель китапханаһында славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә арналған “Туған һүҙ тарихы ” исемле 5 -се синыф уҡыусыларына китапхана дәресе үткәрелде. Был дәрес славян яҙмаһы донъяһына ысын сәйәхәт булды, унда уҡыусылар урыҫ теленең тамырҙарын һәм уның яҙма традицияларын тәрәнерәк өйрәнделәр .
Сараның уйын өлөшө йәш ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар төрлө мәсьәләләр сисеүҙә әүҙем ҡатнаштылар, китаптар тураһында йомаҡтар систеләр, тәғлимәт һәм белем биреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған мәҡәлдәр йыйҙылар. «Пар табыу» уйынында уҡыусылар боронғо урыҫ һүҙҙәрен хәҙерге заман һүҙҙәре менән сағыштырҙылар, был уларҙың һүҙлек запасын киңәйтеүгә һәм туған тел һәм урыҫ теле менән бәйләнеште ,ике телдең байлығын тәрән аңлауға булышлыҡ итте.
Сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең тыуған мәҙәниәте тураһында яңы белем алыуҙан тыш, кириллицала яҙыуҙың тәүге тәжрибәһен үҙ күңелендә тойҙо. Дәрес онотолмаҫлыҡ сағыу тәьҫораттарҙан тыш , уҡыусылар күңелендә тарихҡа һөйөү уятты.
