logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

” Тәңкәле ҡыҙ “

✅ ” Тәңкәле ҡыҙ ” бәйгеһе Баймаҡта. Тәүге турҙа, зона бәйгеләрендә ҡатнашып ( Темәс, Мерәҫ, Иҫке Сибай, Икенсе Этҡол, Баймаҡ ҡалаһында) районыбыҙҙың 50- гә яҡын ҡыҙы саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотоп, бары тик 10 һылыу ғына район этабына үтте.

✅ Район конкурсында мәртәбәле, абруйлы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, шағир, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағир, яҙыусы яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай , Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев ҡатнашты.

✅ Береһенән-береһе матур, үткер, дәртле 10 башҡорт һылыуы “Тәңкәле ҡыҙ” исеменә көс алышты. Ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижады буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Конкурстанттар стилләштерелгән милли биҙәкле, үҙенсәлекле, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәрҙә
сығыш яһанылар

✅ Темәс ауылынан Урмантаева Айнагөл Илдар ҡыҙы ҡатнашып “Сая ҡыҙ ” номинацияһына лайыҡ булды. Афарин Айнагөл!Артабанда һиңә уңышлыҡтар аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!!!