logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы Темәстә

✅Темәс мәҙәни йортонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы үтте.

✅ Сарала Темәс ,Муллаҡай, Түбә, Һаҡмар, Ҡолсора, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Таһир ауылдарының дәртле, сая, рухлы ҡыҙҙары ҡатнашты. Конкурстың шарттары буйынса башҡорт телендә визитка, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, Башҡортостан мәҙәниәте тураһында, Т.Ғарипова ижадына бәйле һорауҙарға яуаптар, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге бер геройы образында сығыш яһау һәм стилләштерелгән милли кейеменә дефиле булды.

✅ Сара ойошҡанлы үтте. Ҡыҙҙар ентекле әҙерләнгән. Кисәгә Темәс музыка мәктәбенең 6 -сы синыф ҡыҙҙарының (етәксеһе Валеева Эльвира Ирғәле ҡыҙы) ,Асылбаева Зифа апайҙың бейеүҙәре,Айгөл Урмантаева һәм Венера Буранғолованың йырҙары, шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктең “Ғилмияза” һәм яңы ойошторолған “Умырзая” фольклор ансамблдәренең сығыштары йәм өҫтәне.

✅Тҽмәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнҽү музҽйының ” Боронғо яулыҡтарҙың биҙәктәрҽ “исемле, “Оҫта ҡулдар ” түңәрәгенә йөрөүсе Ишматова Фирҙәүес ,Әбсәләмова Фәүзиә ,Нургалина Дилә апайҙарҙың сағыу ҡул эштәре ,күргәҙмәләре фоены биҙәне.

✅Йәшлек, саялыҡ, гүзәллектә көс һынашҡан “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының еңеүселәре түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Зөһрә Шәйәхмәтоваға (Ҡолсора),
2-се урын – Айнагөл Урмантаеваға (Темәс),
3-сө урын – Нургизә Иҫәнбаеваға (Түбә) бирелде.

✅Күгиҙел ауылынан Гөлмирә Нарынбаева – “Рухлы һылыу”,
Муллаҡай ауылынан Айсулпан Латыпова – “Өмөт”,
Һаҡмар ауылынан Зәлиә Мәһәҙиева – “Нәзәкәтле һылыу”,
Билал ауылынан Айзилә Кинйәбулатова – “Наҙлыҡай”,
Таһир ауылынан Нурания Хәбибуллина – “Тамашасы һөйөүе”,
Өмөтбай ауылынан Гүзәлиә Садыҡова – “Сая ҡыҙ” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Байрамды музыка яғынан биҙәүсе Абдуллин Илдар Ғәле улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.