logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Сәскәләр тормош биҙәге,гөл -сәскәле баҡсалар ауылым йәме! “

Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда 11 сентябрь “Сәскәләр тормош биҙәге,гөл -сәскәле баҡсалар ауылым йәме! “исемле бәйгенең йомғаҡлау кисәһе үтте. Был бәйгене Темәс ауыл моделле китапханаһы һәм тарихи мәҙәни үҙәк менән берлектә ойошторолдо.
Бәйгенең маҡсаты-ауылдың иң яҡшы сәскә үҫтереүселәрен асыҡлау һәм иң яҡшы сәскә ихатаһын ,баҡсаны билдәләү булды.Был бәйге май айынан сентябргә тиклем дауам итте.Комиссия ағзалары ай һайын ауылдың сәскә һөйөүселәренең ихаталарына, йорттарына даими йөрөү менән үтте. Бәйге комиссияһының тырышлығы арҡаһында август айында тамамлап,еңеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы билдәләнеләр.

Темәс ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп , 50 ашыу ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ һәм ир –егеттәребеҙҙә быйыл да ҡатнаштылар,өҫтәлделәр.

Беҙҙең был конкурста еңелеүселәр юҡ, бөтәһелә еңеүселәр,конкурс булғас бөтәһелә булды.
Ҡатнашыусылар араһында төрлө номинацияға бүлдек .

Йомғаҡ яһағанда беҙ нимә иҫәпкә алдыҡ? Матурлыҡ, ижад һәм, әлбиттә, эстетика.
Күп төрлө сәскә үҫтереүселәрҙең шундай ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһенә ҡарап, күҙҙәр ҡамашты.

Шулай итеп: Гран – при
ҡатын- ҡыҙҙар араһында Гөбәйҙуллина Зифа,1 -се урындар Изибаева Гөлдәр һәм Яхина Гөлназ,
2 – се урындар Яхина Нәзилә һәм Казакбаева Гөлсөм
3 – се урындар Искужина Илгизә , Ишматова Ләлә .
Ир – егеттәр араһында Гран – при Ғәлләмов Винер
1- се урын Баишев Ринат
2 – се урын Ишматов Фуат
3 – урын Нарынбаев Фәнүр
Иң оло сәскә һөйөүселәр һәм үҫтереүселәр тип Бурангулов Мөрит ағай,Саньярова Зифа апай,Гарифуллина Яңылбикә апай ,Йосопова Гөлшат апай һәм Йыһаншина Флюра апайҙар билдәләнделәр.

Иң оҫта һәм иң юғары кимәлдә сәскә һөйөүсе , үҫтереүсе номинацияһында еңеүселәр тип Ирназарова Раушания,Исхакова Нәзирә,Давлетшина Рәсимә апайҙар билдәләнде.

Бүләкһеҙ бер кем дә ҡалманы ,ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинациялар буйынса билдәләнде.Был эште жюри ағзаларының яраштырылған эше арҡаһында башҡарып сыға алдыҡ. Барыһына ла ҙур рәхмәт.

Сараны йырҙары менән биҙәп йөрөүсе Әлиә Әбсәләмоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ ,моңло тауыштары һүнмәһен,һүрелмәһен.

Сараны үткәреүгә ярҙам итеүселәр:Йосопова Миләүшә һәм Канаева Динә гә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ .Бөтәгеҙгәлә һаулыҡ,бәхет эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Афариндар!