“Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар”
Темәс ауылы китапханаһында “Оҫта ҡулдар” түңәрәге эшләй.Ишматова Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы – оҫта ҡуллы, егәрле, уңған хужабикә.Тегергә,тәмле итеп икмәк,пирогтар бешенергә ярата ул. 10-сы класс уҡыусыларына заманса мәрйендән муйынсаҡ эшләү буйынса “Оҫталыҡ дәресе” уҙғарҙы. Уҡытыусылары Низамова Лилиә Морат ҡыҙы.Ҡул оҫтаһы өйрәткән һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңланылар. Үҙ эштәренең беренсе емештәрен татығы килеү көсө ҙур этәргес булды. Эш барышында ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙеләр, киләсәктә ҡуллана алырлыҡ белем тупланылар
Түңәрәккә йөрөүселәр оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөйҙәр. Иң мөһиме, “Тик ултырмаҫҡа, белем кимәлеңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә, өйрәнергә, нисә йәштә булһаң да өйрәнеү үҙең өсөн” тигән заман талабына яраҡлашып йәшәйҙәр.”