logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Моһаҡ “шарлауығы

Көҙ-тәбиғәт походы өсөн бик яҡшы ваҡыт. Көндөҙ етерлек йылы, урмандар бәшмәк еҫтәре һәм япраҡтарҙың сағыу буяуҙары менән тулған.
Ял көндәрен нисек үткәрергә? Әлбиттә, тәбиғәттә! Темәс ауыл моделле китапханаһы, тарихи – мәҙәни үҙәге коллективтары һәм Темәс ауыл күп функциялы клубы менән берлектә яҡшы традицияны – көҙгө походтарҙы башлайбыҙ. “Ағинәй”,” Ғилмияза” һәм “Умырзыя” фольклор төркөмдәре менән Әбйәлил районының матур урындарына ,” Ҡужан ҡарағастарына “һәм “Моғаҡ” шарлауығына бер көнлөк поход үткәрҙек .
Ҡыҙҙар менән бергәләп ял итеүҙең иң әүҙем формаларының береһе. Был тәбиғәт менән аралашыу, мөхитте үҙгәртеү, психологик бушатыу һәм физик әүҙемлек. Походтар кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта һәм үҙ-ара аңлашыу, хеҙмәттәшлек, шатлыҡ атмосфераһын булдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә.
Шундай матур ял көнө килеп сыҡты беҙгә! Барыһы ла шат һәм күңелле бер- береһе менән аралашып күңелле ял итеп ҡайттыҡ.