”Мин башҡорт телен яратам”
Башҡорт теле көнөнә арналған “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн”Мин башҡорт телен яратам” исемле сара үтте.
Әсә теленә һөйөү,ихтирам,ғорурлыҡ тойғолары уятыу,балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре,йырҙары,бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу маҡсат булды.
Кескәй дуҫтарыбыҙ башҡортса шиғырҙарын һөйләп үттеләр.
Балаларға китапхана ла экскурсия үтте, уның эшмәкәрлеге, китаптар фонды ,башҡорт телендә балалар өсөн ижад иткән яҙыусылар менән таныштылар.
Аҙаҡ балаларға төрлө уйындар “Аҡ тирәк ,күк тирәк”,”Йәшрем яулыҡ”,”Көн һәм төн” уйындарын уйнап, күңелле ярыштар ойошторолды.Еңеүселәргә тәмләткестәр таратылды.