«Милли кейем -күңел байлығы»
12 сентябрь – Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө. Шул уңайҙан Темәс урта мәктәбенең филиалындағы “Ҡояшҡай “ группаһына (тәрбиәсеһе Искужина Ләйсән Булат ҡыҙы) “Милли кейем -күңел байлығы “ тигән тематик сара үткәрелде.
Балалар һәм тәрбиәселәр милли кейемдәр кейеп, башҡорт халыҡ йолаһын һәм традицияларға таянды.
Балалар менән милли кейемдәр тураһында ,башҡорт халыҡ бейеүҙәре, йырҙары, халыҡ уйындарын тураһында, башҡорт телендә әңгәмәләштек.
«Милли кейем көнө» балаларҙа туған ергә, халыҡтың тарихы һәм мәҙәниәтенә һөйөү тойғоһон тәрбиәләү өсөн үткәрелде.


