“Ғүмерҙең алтын көҙө”
Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө — ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки оло йәштәгеләр сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелендә, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен йәш быуынға йомарт өләшеп бәхетле мәлдәрен кисерәләр.
Бөгөнгө көндә быуындар бәйләнешен нығытыусы, милләтенә, тыуған халҡына, еренә, теленә йөрәгендә оло ихтирам йөрөткән өлкәндәребеҙ тик оло иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.
Сарала ауыл хәкимиәте башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы,Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Әүәлбаев Марат Юлай улы, Темәс ауылының почетлы гражданины һәм оҙак йылдар уны етәкләгән Йәнсүрин Рәүил Хөрмәт улы, депутат Йосопова Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы ҡотлау менән сығыштар яһанылар.
Байрам уңайынан саҡырылған хеҙмәт ветерандары йәшлек йылдары буйлап сәйәхәткә сыҡтылар: 50-се йылдарҙан башлап 60-сы йылдар күренештәре, 70-се йылдар буйлап сәйәхәттәрен дауам итеп, ниһәйәт 80-се йылдарға ла килеп етеп йәш саҡтағы көй-моңдарҙы,уйындарҙы тыңланылар,уйнанылар.
Йылдар пәрҙәһен һүтеп, иҫтәлектәр, хәтерләүҙәр менән бүлешеп үткәндәргә әйләнеп ҡайттылар. Йәш пионер итеп хис итеү, девиз әйтеү, пионер гимнын йырлау, ант биреү, пионер галстуктарын бәйләү – барыһы ла беҙҙе йылы совет осорона алып ҡайтты.
Оло быуын кешеләре оло йөрәкле. Улар тормош һуҡмаҡтарынан үрләгәндә ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтһә лә, бөгөн МХО егеттәренә ярҙам итә. Шулар араһында иң әүҙем пенсионер ғаиләләр тәбрикләнде.
Сарала ҡатнашыусылар илебеҙҙе яҡлаусы яугирҙәрең изге йөрәкле әсәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Тормошобоҙҙа ошондай осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тыныс тормошта йәшәргә насип итһен тигән изге уйҙар менән тамамланды байрам сараһы.
Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!


