Ленинград блокадаһы
Темәс урта мәктәбенең 8-9 класы уҡыусылары өсөн Ленинград блокадаһының 80 йыллығына арналган батырлыҡ дәресе үткәрелде.
📚 Дәрестең төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау, һуғыштың иң фаҗиғәле хәлдәренең береһе – Ленинград ҡамалышы осорона иғтибарҙы йүнәлтеү, укыусылар күңелендә ауыр һынауҙар аша үткән кешеләр яҙмышына ҡарата мәрхәмәт һәм икмәктең (ризыктың) ҡәҙерен белеү хистәре уятыу булды.
Уҡыусыларға фажиғәле үткән тарих тураһында тулы мәғлүмәт бирелде. “Ленинград блокадаһы” тигән исем аҫтында презентация күрһәтелде.Дәрес аҙағында уҡыусыларға уйындар ойошторолды, хәрефтәрҙән таблица формаһында тыныслыҡ һүҙен төҙөнөләр. Үткәрелгән дәрес “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” -тигән һүҙҙәр менән тамамланды. Дәрестә ҡатнашҡандары өсөн класс етәкселәре Мостаҡимова Гөлсинә Абдулхай ҡыҙы ,Абдрахманов Мирза Дауыт улына һәм уҡыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!