“Китапханаға сәйәхәт”
Китап уҡырға яратҡан, уның менән дуҫ булған кеше – бәхетле кеше. Уның аҡыллы, изге, тоғро дуҫы – китап. Китаптар яҡшы мәғлүмәттәр бирә, көлкөлө лә ,ҡыҙғаныс та, мажаралы ла, мауыҡтырғыс та донъяға сәйәхәткә алып китә. 26 май көнө Темәс ауыл модель итапханаһына 2 -се ” а ” синыф уҡыусылары, класс етәкселәре Әлиә Мөбәрәк ҡыҙы Искужина етәкселегендә ҡунаҡҡа килделәр.
Балалар «китапхана», «китап фонды», «китап уҡыусы формуляры», уҡыу залы» кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белделәр. Шулай уҡ китапты нисек ҡулланыу ҡағиҙәләре менән дә таныштылар. Был сараның төп маҡсаты булып китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ине. Сәйәхәт аҙағында балалар төрлө йомаҡтар сисеп,башҡорт халыҡ уйындары уйнап,йәйге каникулда уҡырға үҙҙәренә оҡшаған китап һайлап алып таралыштылар.


