“Илһам шишмәләре”
Темәс ауыл модель китапханаһында
10 –сы класс уҡыусыларына (етәксеһе Ҡотлоюлова Дилә Рафаэль ҡыҙы)
Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Илһам шишмәләре” тип исемләнгән кисә үткәрелде.
Кисәгә ауылыбыҙҙың ҡәләм тирбәтеүсе ”Ағинәй”,”Ғилмияза “фольклор клубы ағзаһы мәғәриф ветераны Ҡотлоғәләмова Гөлнара Кәрим ҡыҙы,Бикташева Рәзинә Зәйнетдин ҡыҙы ,шулай уҡ шиғыр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ Нургалина Дилә Мазһар ҡыҙы саҡырылды.
Улар үҙҙәре ижад иткән һәм күңелдәренә хуш килгән , тәбиғәткә һөйөү ,әсәй,атай ҙы данлау һәм тормоштоң матурлығын күрә белеп дуҫ,татыу йәшәүгә өндәүсе шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Шиғыр һөйөүсе дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен,шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.
Беҙ ошондай матурлыҡҡа,әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ.Һеҙҙең яулар үрҙәрегеҙ тағы ла бейегерәк, еңеүҙәрегеҙ сағыуыраҡ булһын! Уңыштар һеҙгә!

