“Их,күңелле каникул!”
Тышта ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа!
Әйҙә сығайыҡ,
Сана шыуайыҡ
Их күңелле лә инде ҡыш миҙгелдәре.Балалар өсөн дә иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл.
Әмин ауылында ” Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!» исемле уйындар уткәрелде.
Унда балаларға күңелһеҙләнергә тура килмәне.Балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, тиҙлеген һәм сыҙамлылыҡтарын күрһәтә алдылар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар. Барлыҡ конкурстарҙа ла бик әүҙем ,ҙур теләк менәнҡатнаштылар.