Тәңкәле ҡыҙ конкурсы
Һаҡмар ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте.Беҙҙең Темәс урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Әминева Сәкинә – 2 урын алды.Афарин!
Унда Темәс, Һаҡмар, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Ҡолсора, Муллаҡай, Түбә китапханасылары әҙерләгән ҡыҙҙар тапҡырлыҡта һәм саялыҡта үҙ-ара көс һынашты, сәхнә оҫталығын да күрһәтте. Таныштырыу турында конкурсанттар йыр-бейеүгә һәм нәфис һүҙгә маһирлыҡтарын сағылдырһа, “Һорауҙарға яуаптар” өлөшөндә халыҡ яҙыусыһының ижады, Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен сарланы. Сәхнәләштереү турында күптәре, образға инеп, тамашасыны әҫәрҙең эсенә алып инә алды.


