logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Оҫта ҡуллы Фәүзиә”

 Темәс ауыл модель китапханаһында Бөтә Рәсәй китапхана төнө акцияһы сиктәрендә мәҙәни мираҫ йылына арналған китапхана төнө акцияһы үткәрелде .Ауылыбыҙҙың ҡул оҫтабикәһе Фәүзиә Әбсәләмова менән оҫталыҡ дәресе, осрашыу кисәһе үтте. Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!
Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү яңы һулыш кисерә. Күптәр ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп башҡалар менән дә бүлешә.
Фәүзиә Әбсәләмова ауылыбыҙҙың бәйләүгә, сигеү, тегеүгә ифрат маһир гүзәл заттарының береһе. Ул китапханаға үҙе эшләгән тирмәһен күргәҙмәгә ултыртты. Уның теккән быйма баҫыу ,кейеҙ һуғыумы, бәйләгән әйбәрҙәре, нағышланған ҡашмау-түшелдеректәре, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡ-тары – һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған. Туҙ һағыҙыла ҡайната ул. “Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!” – тип һоҡланалар уның эштәрен күреүселәр. Дәрт булғас, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән күҙаллап ҡуйылған. Ҡул эше мине тынысландыра, уйҙарымды йәшлеккә алып китә, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, ти Фәүзиә Бәхтигәрәй ҡыҙы.