logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Ниңә, һуғыш, һин уларҙың баласағын урланың?”

Темәс ауыл модель китапханаһында йәш герой – антифашистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған “Ниңә, һуғыш, һин уларҙың баласағын урланың?” исемле батырлыҡ дәресе үтте. Уҡыусылар тәүҙә китап күргәҙмәһе менән таныштылар, балаларҙың да атайҙары менән бер сафта дошманға ҡаршы һуғышыуҙары тураһындағы әҙәбиәтте күргәс, “кемдәр ул пионерҙар” , “кемдәр ул антифашистар” , тип ҡыҙыҡһындылар. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең йәштәштәре булған герой пионерҙар менән танышты, ниндәй батырлыҡтар эшләүҙәре, нисек үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәре тураһында белде. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индергән кескәй батырҙар тураһындағы китаптар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты малайҙарҙа, “Партизанка Лара”, “Шла на фронт девчонка”, “Атайҙар менән бер сафта” китаптарынан, “Война и дети” хикәйәһенән өҙөктәр уҡылды.