Матур ғаилә-ил ҡото
Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы Темәс ауыл модель китапханаһында «Матур ғаилә – ил ҡото» исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үткәрелде. Сарала тырыш, эшсән башҡорт ғаиләләре саҡырылды.Кисәнең ҡунаҡтары -ғүмерҙәре буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм һәм йәм табып йәшәүсе, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе ауылдаштарыбыҙ. Ҡасандыр даны тирә-яҡҡа таралған “Һәүәнәк” совхозы һәм Темәс леспромхозында ал-ял белмәй хеҙмәт иткән эшселәре, ә бөгөнгө көндә абруйлы ветерандар,
иң күп китап уҡыусы ғаилә–Гарифуллин Сәфәрғәле һәм Яңылбикә апай,Саньяров Марс һәм Зифа апайҙар саҡырылды.
Ныҡлы,татыу,сәләмәт ғаиләләр генә милләтебеҙҙең йөҙөн,данын, күркәмлеген һаҡлап ҡала алалар.Башҡорт рухлы , куп бала тәрбиәләгән ғаиләләр Ринат һәм Рәүилә Шариповтар , Ринат һәм Гөлдәр Замановтар, Ильяс һәм Алина Ишбулатовтар.Һөйләшеүҙә һәр ғаилә башҡорт халҡының йолалары буйынса әүҙем һорауҙарға тулы яуаптары менән үҙ фекерҙәрен әйттеләр.Гармун,гитараларҙа йырлап,бейеп,шиғырҙар һөйләп хайран иттеләр .Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан барығыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ.
Тормош ҡото, тормош матурлығы — ғаиләлә! Именлек, татыулыҡ һәм берҙәмлек юлдашығыҙ булһын, дуҫтар!