“Лҽгҽндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә- ҽрҽм-һыуым тарихы
Темәс ауыл модель китапханаһы “Лҽгҽндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә- ҽрҽм-һыуым тарихы” акцияһы сиктәрендә сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп Яғалса тауына юлландыҡ.
Борон атай-олатайҙарТемәс һәм Әмин ауылдары урындағы тауҙарға,йылғаларға күҙәтеү буйынса атама исемдәр бирә торған булғандар.Бына ошоноң буйынса һәр ваҡыт бейек булып ҡояш төшөп торған Яғалса тауына”Сағалса” тигән исемдә бирелгән.Ни өсөн һуң “Сағалса”тигән исем бирелгән?Ҡояш ҡалҡҡанда иң беренсе булып,ҡояш нурҙары ошо тауға төшкән һәм тирә-яҡты сағылдырып балҡып янып торған.Шуның өсөндә исемде “Сағылса”тип атағандар.
Был тауҙың исемен халыҡ үҙ телендә әйтеүгә еңеләйтеп “Яғалса”тип үҙгәрткән.Уның битләүендә урыны-урыны менән ҡарағай ҡатыш ҡайын,унын яланғас урыны алмашынып,сыбарланып,йәғни яғалланып,күренгән гә яғалса тип атағандар.Яғалса тауы менән Сағалса тауы араһында айырма юҡ.Яғалса тауы беҙҙең яҡта иң бейек тауҙарҙың береһе һанала.Тау башынан 16 ауыл күренә.Элек Яғалса тауы шыр ағаслыҡ емеш-еләктәргә бай булған. Был легенданы Әмин ауылында йәшәгән Миңдебай апа Байрамгуловтан тере сағында яҙып алып ҡалдым.