logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

” Китапхана- мөғжизәлэр иле”

Китапхана- ул үҙе бер бәләкәй генә тылсымлы донъя! Китапханаға китап һөйгән, уҡырға яратҡан кеше килә .Темәс ауыл модель китапханаһына “Йәйғор “балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балалар менән етәкселәре Сафарова Миңзәлә Ибраһим ҡыҙы,Ахуньянова Дания Динар ҡыҙы һәм Әбсәләмова Әлиә Рәхимйән ҡыҙы сәйәхәткә килделәр.Балалар” Китапхана- мөғжизәлэр иле” исемле сәйәхәт үтте, китап күргәҙмәләре менән таныштылар,төрлө йомаҡтар сисеп,әкиәт геройҙарын таптылар .Сәйәхәт аҙағында Рәйсә Иҫәнбаеваның “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ”исемле китабындағы уйындарҙы уйнап,үҙҙәренә оҡшаған китап һайлап алып таралыштылар. Афарин, балалар! Һәр саҡ шулай әүҙем булығыҙ!