logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ижадсы уҡытыусы.

Темәс ауылының мәҙәниәт һарайында мәғариф ветераны, китапхана янында төҙөлгән”Атайсал” клубы ағзаһы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең ялҡынлы ижадсыһы Асия Бикбованың сираттағы “Мираҫ” китабының исем туйы үтте.Асия Сәлимгәрәй ҡыҙының 2013 йылда«Тал тирбәтеп һайрар һандуғасмын!» исеме аҫтында шиғырҙар йыйынтығы сыҡҡайны. Ә был китабы икенсеһе”Мираҫ ”тип атала.Был уның өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә ҙур һөйөнөс булды.Быйылғы йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы, ә Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы булараҡ, сараны асып ебәрҙек,уҡытыусыларға, йәмғиәткә файҙа килтергә шәхестәребеҙгә арналды. Уҡытыусыға арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланды. Байрамда күпселеге уҡытыусылар, элекке һәм хәҙерге мәктәп директорҙары, һәм 9-10 синыф уҡыусылар ҡатнашты. Асия Сәлимгәрәй ҡыҙының улы– “Темәс” төркөмө солисы Илфат Мырҙабулатов әсәһе яҙған “Китәһең” шиғырына 90-сы йылдарҙа үҙе көй ижад иткән,. Кисәлә ошо йыр менән ике тиҫтә йылдар элекке заманға ҡайтарып күңелдәрҙе иләҫләндерҙе. Төркөмдөң төп солисы Илдар Абдуллин легендар “Йәшлегем” йырын бүләк итеп ҡыуандырҙы.

Сарала шулай уҡ китаптың геройҙары – 3Д-рәссам Марат Ғафаров, мәғариф ветераны Зөбәйлә Маннапова, күршеләре ҡатнашты. Автор уларға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен китап менән ҡушып бүләк итте. “Атайсал” клубы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Fәлләм улы Вәлиев Асия ханымдың ижади һәләтенә электән һоҡланыуын белдерҙе, киләсәктә лә ижади уңыштар теләне. . Темәс мәктәбе директоры Илсур Әбсәләмов яратҡан уҡытыусыһына уңыштар теләне. Асия ханымдың улдары, килендәре уның ижады менән һоҡланыуын, рәхмәт һүҙҙәрен гөлләмәгә ҡушып еткерһә, улы Булат Мырҙабулатов ҡунаҡтарға йөрәктәргә үтерлек ҡурай моңон бүләк итте. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, Асия ханымдың күпселек шиғырҙарын хәтерҙән белеүе һәм шартлатып һөйләүе һоҡландырҙы.

“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Айгөл Иҙелбаева авторҙы ҡотлап берекмә һәм Баймаҡ китапханаһы исеменән Рәхмәт хаты, ойошманың иң әүҙем ағзаһы – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 китап авторы Рәйсә Иҫәнбаева үҙенең “Йәйҙәремдә ҡалам” китабын бүләк итте. Кисә дәртле йыр-моң һәм хисле, рухлы шиғырҙар менән үрелеп барҙы – мәктәп уҡыусылары, ауылдың ағинәйе Дилә Нурғәлина авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, ә Гөлфирә Йосопова хисле йыр бүләк итте.