logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Золом ҡорбандарын онотмайыҡ.

Йыл һайын 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләп үтелә. Был көндә күптәр сәйәси золомдарҙан ҡаза күргән туғандарын, яҡындарын, милләттәштәрен һыҙланыу менән иҫкә ала.

1937 йылда Башҡортостанда ғына репрессияға эләккән кешеләр һаны 50 меңдән ашыу. Шуларҙан Башҡортостан буйынса бөтәһе 32279 кеше кулак исеме менән репрессиялана, шул иҫәптән 7693 ир-ат, 8629 ҡатын-ҡыҙ, 16 мең бала хөкөмгә тарттырыла, ә халыҡ дошмандары – 3 миллион 777 мең 380 кеше, 643 меңгә яҡыны атып үлтерелә, Баймаҡ ҡала архивы документтары буйынса районыбыҙҙа 3 меңдән ашыу золом ҡорбаны иҫәпләнә. Шуларҙың 1200 2002 йылда ғына аҡлана, ә 855-енә үлем язаһы бирелә. Беҙҙең район кешеләре Магадан, Иркутск өлкәһендәге Черемхово ауылында йәшәгәндәр.

1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. 
Ошо осорҙан алып ил буйынса репрессияға эләккән ҡорбандарҙы иҫкә алыу саралары ойошторола..Темәс ауылдарынан аяуһыҙ сәйәсәт ҡорбандары 70-кә яҡын кеше ҡулға алына,мал-тыуары конфискациялана.. 
Репрессия башланғас,һәр ерҙә ауылдаштар араһында татыулыҡ,дуҫлыҡ бөтә,ауылда шымсылар,ялағайҙар күбәйә,үҙ-ара көнләшеү,дошманлыҡ арта.Берен-бере ялғанлап,ошаҡлай башлайҙар 
Ҡулға алынғандарҙың ғаиләләрен өйөнән ҡыуып сығаралар,мал-мөлкәтен тартып алалар.Уның ғаиләһенә,бала-сағаларына”халыҡ дошманының балалары” тип мөһөр баҫалар. 
Репрессия ваҡытында белеменә,йәшенә,һөнәренә ҡарамай,буйҙаҡмы-ғаиләлеме,йырсымы,ҡурайсымы булыуын һорап тормағандар ,төрлө сәбәптәр табып ҡулға алғандар.Искужин Әбдрәхим Рахматулла улының нәҫелдәрен 
РФ мәғариф отличнигы, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәғарифветераны,«Атайсал» 
Клубы етәксеһе Валеев Сәлимйән Ғәлләм улы һөйләй.