logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“ Афғанистан –куңел һәм йөрәк яраһы

15 февраль яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан Темәс урта мәктәбендә ауылдашыбыҙ  яугир интернационалист Изгин Зәки Мазһар улы менән 8 һәм 9 класс уҡыусыларына “ Афғанистан –куңел һәм йөрәк яраһы”исемле батырлыҡ дәресе үтте.

Утты-һыуҙы кискән яугир,бөгөн тыныс тормошта ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп һәүетемсә йәшәп ятһала,ҡасандыр күргән мәхшәр, утлы яу уларҙың күңелдәрен ҡуҙ кеүек өтә. Һәр кемдең тертләп уятыр, йөрәкте тулатыр, күҙгә йәш тултырыр әсе хәтирәһе бар. Зәки Мазһар улы был хаҡта иҫтәлектәре менән  уҡыусыларға һөйләп китте, түштәрен биҙәгән наградалары, миҙалдары уларҙың Ватанының тоғро улдары икәнлеге хаҡында һөйләй.

Был сараны уҡыусыларға ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән ауылдаштарына ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, батырлыҡ төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлау маҡсатында үтте. Мәктәп китапханасыһы Әбсәләмова Эльвира Әғләм ҡыҙы слайдтан уҡыусыларҙы Афған һуғышы тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, иңдәренә Афганистанда утлы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.