“Беҙ тыныслыҡ яҡлы”
15 август ике бөйөк ил башлыҡтарының осрашыуы хәйерле һөйләшеү менән тамамланыуын , Аллаһү Тәғәләнән ир -егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ,Темәс ауылыбыҙҙа бер нисә ғаилә ҡорбан салды һәм МХО тиҙерәк һуғыш тамаланыуына аяттар бағышланды.
Шуларҙың береһен Иштәкбаева Айгөл Урал кызы ойошторҙо. Уның тормош иптәше Иштәкбаев Венер Ишдәүләт улы МХОға йөрәк ҡушыуы буйынса, илһөйәрлеге менән айырылып торған ир уҙаманы булараҡ үҙ теләге менән юллана. Бына инде ике йыл ғаилә ут эсендә йәшәй. Венер
35 ОМСбр, 3 МСБ “Атлант”, штурмовая ротала өлкән сержант булып хеҙмәт итә, ә Айгөл, гуманитар ылау әҙерләүҙә күп көсөн һалыусы ауылыбыҙҙың актив ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.
Махсус ҡунаҡ- МХОлағы батыр егеттәребеҙҙең береһе – Мәҡсүтов Ильшат. Түбә ауылында тыуып үҫкән был егет бына инде11 йыл контракт нигеҙендә ил һаҡлай, “Боевое Братство” ойошмаҺы вәкиле. Күңелендә иленә генә түгел, ә башҡорт моңона ла оло һөйөү йөрөтөүсе ҡурайсы, йырсы ул.
Шулай уҡ Канаев Максим Николаевич ғаиләһе исеменән дә ҡорбан салдырҙы һәм ошо сараға ҡушылды.
Иртәгә үтәсәк һөйләшеү ыңғай үтеп һуғыштар туҡрауына сәбәпсе булһын, Ин шәә Аллаһ намаҙ-доғаларыбыҙ,Ҡорбанлыҡтарыбыҙ ҡабул булып, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Яуҙа йөрөгәндәрҙең барыһы ла имен-һау йөрөп ҡыуанып яҡындарының янына ҡайтыуҙарын насип итһен Аллаһы Тәғәлә.

