logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Батырҙарҙан һүнмәҫ дан ҡала”

Темәс ауыл модель китапханаһы ауылымдың шәхестәрен данлайбыҙ проект менән эшен дауам итә. Темәс урта мәктәбенең 8–се“б”синыф уҡыусыларына “Батырҙарҙан һүнмәҫ дан ҡала” тигән хәрби –патриотик дәрес үтте,класс етәксеһе Ишбулатова Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы . Дәрестең төп маҡсаты- киләсәк быуынды Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштарға ҡарата күңелдәрендә хөрмәт, ғорурлыҡ тәрбиәләү; батырлыҡ төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлау, һәләк булған ауылдаштарҙы иҫкә алыу улды.
Батырлыҡ дәресендә илебеҙҙе дошман ҡоллоғонан ҡотҡарып, тыныс тормош яулап биргән ветерандарыбыҙҙың береһе-Темәс ауылының абруйлы шәхесе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлоғәлләмов Иштуған Ишбулат улының хәрби һәм хеҙмәт юлы тураһында таныштырҙыҡ.Дәрескә Иштуған апаның килене БР алдынғы мәғәриф ветераны Ҡотлоғәләмова Гөлнара Кәрим ҡыҙы саҡырылды,уҡыусыларға миҙалдары ,батырлыҡтары тураһында һөйләне,үҙе ижад иткән олатайым шиғырына кейәүе көй яҙған ,йырын тыңланылар.
Әхмәр Ғүмәр улы Утябаев Иштуған Ишбулды улы тураһында “Иштуған батыр”исемле повесть яҙғайны 2018 йылда китап донья күрҙе..
Повестың төп герое – лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов. Уның яу юлынан үткәндәре легендаға торошло.
Китап үҙенең исеме менән есеменә тап килә.”Иштуған батыр”.
Иң элек ошондай шәп китап ижад иткән туғандарына,ейәндәренә еткерә алғаны өсөн Әхмәр Ғүмәр улы Утябаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Китап бик уҡымлы, ябай телдә, тормошта нисек булған, шундай тасури итеп повесть яҙған. Иштуған апаның яуҙа ҡатнашҡан батырлыҡтары, ғаиләләренә яҙған хаттарына, үҙҙәренең ҡалдырған иçтәлектәргә нигеҙләнеп яҙылған.”Яу ҡайтарған Иштуған” тип атала.
Һуғыштың башынан аҙағынаса имен-аман йөрөп, кеше ышанмаҫ батырлыҡтар ҡылған, тыныс тормошта ла башҡалар һоҡланырлыҡ, күптәр өлгө алырлыҡ итеп ғүмер кисергән яугир хаҡындағы был әҫәр кинәнеп, ҡыҙыҡһынып уҡыла, күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Совет һалдатының үҙ ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булыуы, ҡурҡыу белмәүе, ажарланып атакаға ташланыуы кеүек элеккерәк осорҙарҙа ҡалыплашҡан сифаттарына икенсерәк күҙлектән баһа бирергә, геройҙың характерын уның уй- хистәре аша һынландырырға ынтыла яҙыусы, милли рух, милли ерлек, милли традициялар менән үрелеп бара

.