logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Баймағымда алһыу таң атты”

Темәс урта мәктәбенең 9 –сы синыф уҡыусыларына ,ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән йәш шағир Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты” исемле китабы менән таныштыҡ.Уны нәшер итеүгә Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлыҡ иткән.

📚 Был ысын шағир китабы, уның һәр бер һүҙе йөрәккә үтеп инә.. Йәмил Сәйҙәлиев бала-саҡтан шиғырҙар яҙған, бер ижади конкурстан да ситтә ҡалмаған, һәләте уның нәҫелдән килә, ти Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы.

📚 Китапҡа Йәмил Сәйҙәлиевтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре, эсселары һәм әкиәттәре тупланған. Уларҙа бәхетле бала-саҡ, дуҫлыҡ, әсәйгә, тыуған иленә, тәбиғәткә һөйөү сағыла, башҡорт теленә, еренә дан йырлана. Башҡорт рухлы егет үҙ халҡының шағирҙарына, яратҡан шәхесе Мостай Кәримгә арнап та шиғырҙар яҙған. Ул “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә булған.Уҡыусылар менән шиғырҙарын уҡыныҡ.