logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Атайҙар һүҙе,аҡылдың үҙе”

✅Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда атайҙар көнөнә арналған “Атайҙар һүҙе,аҡылдың үҙе” исемле конференцияһы үткәрелде.

✅Сараға оло быуын, урта быуын һәм йәш быуын атайҙарҙы балалары менән ҡатнашты.

✅Бөгөн илен, ғаиләһен һаҡларҙай, көслө
рухлы ир уҙаманын тәрбиәләү мөһим заман талабы. Шуға ла хәстәрлекле атай-әсәй, балаларына ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөл табып, тәү нәүбәттә, ихтыяр көсө, яуаплылыҡ, тәртип, үҙенә ышаныс тәрбиәләүҙе һәм ғаиләлә атай абруйын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.

✅Темәс тарихи –мәҙәни үҙәктең баш белгесе Әүәлбаев Марат Юлай улы үҙенең докладында “Баланы ғаиләлә шәхес итеп тәрбиәләү һәм атай роле “тураһында һөйләне.

✅Темәс урта мәктәбенең уҡытыу тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Зилә Мирзаһит ҡыҙы Әхметкужина”Балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙар роле” – тураһында әйтеп үтте.

✅Бөгөнгө осрашыуҙа атайҙар балаларға үҙҙәренең бала сағы, мәктәп йылдары ,ғаиләлә атай роле,тәрбиәһе тураһында һөйләнеләр. Атайҙар тураһында мәҡәлә,йомаҡтар систеләр, һорауҙарына яуап бирҙеләр.

✅Сарабыҙҙың икенсе өлөшөндә “Атай һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” исемле конкурсы ойошторолдо. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы спорт уйындары уйнатылды.
Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнелде.

✅Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, күп уҡығыҙ, күберәк белергә тырышығыҙ, маҡсаттар ҡуйып шуға ынтылығыҙ, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ тип кәңәштәрен бирҙеләр атайҙар һәм олатайҙар балаларға.