“112-се Башҡорт атлы кавалерияһы дивизияһының данлы юлдары”
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Миңлеғәле Шайморатовтың данлы дивизияһы Тыуған илдә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Дондан Эльбаға тиклем меңәр саҡрым ер үтә. Халыҡ үҙ батырын бер ваҡытта ла онотманы, бөгөн дә ул утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ милли батырыбыҙ булып күңелдәребеҙҙә йәшәүен дауам итә.
Тарихҡа ингән данлыҡлы шәхестәребеҙҙең данлы яу юлын өйрәнеү маҡсатында 6 – сы синыф уҡыусылары менән “112-се Башҡорт атлы кавалерияһы дивизияһының данлы юлдары” исемле патриотик сәғәт үтте.


