logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Йәш беҙҙең күңелдәр “

1 октябрь ғәҙәттәгесә, ололар көнө үткәрелә. Оло быуын кешеләренә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге итеп ҡабул ителә был көн һәм һәр беребеҙ үҙҙәренең яҡындарына йылы һүҙҙәр, бүләк-күстәнәстәр менән ашҡына.Беҙ, Темәс ауылы мәҙәниәт йорто, тарихи-мәҙәни үҙәк, китапхана хеҙмәткәрҙәре ошо байрам уңайы менән “Йәш беҙҙең күңелдәр ” исемле байрам сараһы ойошторҙоҡ.Сараны китапханасы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы һәм методист Лилиә Камил ҡыҙы сараны бик төрлө матур уйындар, сағыу йыр ,бейеүҙәр менән алып барҙылар.
СаралаТемәс ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусы Сакина Гүзәл Ниғәмәт ҡыҙы, депутат Йосопова Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы , Темәс тарихи – мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Әүәльбаев Марат Юлай улы ҡотлау менән сығыш яһанылар.
Темәс музыка мәктәбе уҡытыусылары Ахметшина Әлфиә Нияз ҡыҙы,Изгина Илгизә Мөҙәрис ҡыҙы,Абдуллин Илдар Ғәле улы,Арсланов Мәүлит Миңдеғол улына ҙур рәхмәттәребеҙе еткерәбеҙ.Уларҙың дәртле, матур моңло йырҙары,ҡурай моңдары,Зифа апай Асылбаеваның,уҡыусыларҙың өҙә баҫып дәртле бейеүҙәре сараны биҙәне һәм ололарҙы һоҡландырҙы.Хөрмәтле ололар!
Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.