” Космос киңлектәре буйлап ”
Темәс урта мәктәбенең 4– се синыф уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Ишбулатова Сәлимә Шөғәип ҡыҙы) космонавтика көнөнә арналған ” Космос киңлектәре буйлап ” исемле интерактив дәрес үткәрелде.
Советтар Союзы геройы рус егете Юрий Алексей улы Гагариндың тормош юлы , мәктәп йылдары,ғаиләһе ,космосҡа осоуы тураһында таныштылар экранда презентация күрһәтелде.
Дәрестең икенсе өлөшөндә уҡыусыларға
“Космоста Рәсәй” тематик күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапханасы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы балаларға космос һәм Йыһан, космонавтар тураһындағы китаптар , энциклопедияһы менән таныштырҙы.
Уҡыусылар һәр береһе дәрестә бик әүҙем ҡатнаштылар. Интерактив дәрес балаларҙың космос темаһына ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы, беренсе космонавтар һәм йыһанға осҡан космонавт эттәр тураһында мәғлүмәт тупланылар.

