logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Рәсәй саңғы юлы-2025”

 Темәс ауылы эргәһендәге матур тәбиғәт ҡосағында , МХО -ла һәләк булып ҡалған батыр яугирҙәр иҫтәлегенә арнап саңғы ярышы уҙғарылды. Ул “Рәсәй саңғы юлы-2025” спорт сараһы сиктәрендә ойошторолдо.
Был ярыш Темәс ауылында күптән көтөлгән ярыш ине ,сөнки һуңғы йылдарҙа бындай күләмле ,ҙур саңғы ярышы Темәстә үткәрелгәне юҡ ине. Яугирҙәрҙең ата – әсәләре,тол ҡалған ҡатындары,тыуғандары ярыштың төп бағымсылары булдылар һәм ярышты ойоштороуға һәм үткәреүгә киткән бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтәренә алдылар. Яугир батырҙарыбыҙға арналып үткәргәнгәме бөтә нәмә лә ыңғай булды кеүек: көн йылы торҙо, йөрөү өсөн трасса яҡшы ине, йәш категориялары ла бер аҙ үҙгәртелде (бөтәһе 15), ҡатнашыусылар өсөн дистанциялар ҙа ҡайтанан ҡаралды (500 метрҙан алып 4 километрға тиклем).
Әйткәндәй, саңғыға бәләкәй балалар, уҡыусылар, эшсе йәштәр, ауыл биләмәләре вәкилдәре, тотош ғаилә, бәләкәй балалары менән килеүселәр ҙә булды, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр ҙә баҫты – барлығы 107 кеше теркәлгән ине.
Стартҡа иң беренсе булып 1-3 синыф уҡыусылары баҫты , улар иң ҡыҫҡа араны – бер километрҙы ваҡытҡа үтергә тейеш ине.
Ә бына иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе Темәстән һигеҙ йәшлек Маскаров Инйәр .
Традицион рәүештә иң оло ҡатнашыусылар ҙа айырым билдәләнде. Темәстән Йосопов Гәлимйән ,Йосопов Фәрит,Баишев Ринат,Камалетдинов Нуриахмәт,Намазкаев Самат ,Ишбулатов Вакил,Йосопов Тимерғәле , ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан Низамова Миңзифа,Тулыбаева Зилә алтынсы, етенсе тиҫтәне уҙһалар ҙа, спорттан айырылмайҙар, тиҫтерҙәре менән ярыштылар улар. Мөхәмәтйәнов Хәйҙәр,Нурмөхәмәтов Булат, Абдрәхмәнов Вәсил,Вәлиуллин Ирек, Сарапулова Светлана,Бастанова Гузалия,Алибаева Рәзилә,Мажитова Гөлфиә,Сакина Гүзәл,Мидатгалина Юлиә,Урмантаева Айгөл,Ғөбәйҙуллина Эльзала үҙҙәрен һынап ярышта ҡатнаштылар,сөнки саңғы күптән уларҙың яҡын дуҫына әйләнгән . Ярышты үткәреү Темәс тарихи -мәҙәни үҙәк ,Темәс модель библиотека,Темәс мәктәбенең физкультура уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан юғары кимәлдә, ойошҡанлы үткәрелде.Ярыш барышында килгән спортсмендарҙы ,халыҡты үҙҙәренең дәртле,сағыу йырҙары менән Йосопов Фәрит, Фәйҙуллин Камил,Йосопова Гөлфирә ҡыуандырып ,дәртләндереп торҙолар.Саңғы ярышы – сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыусы яҡшы традицияға әйләнгән бик шәп спорт байрамы ул. Был көндө барлығы 107 ашыу, 8 йәштән 72 йәшкә тиклҽм спортсының ғаиләләрҽ мҽнән саңғыға баҫыуы күп нимә тураһында һөйләй. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, ҡунаҡсыл Темәс ауылынан барыһы ла киләсәккә көс, дәрт алып ҡәнәғәт ҡайтҡандыр тип ышанабыҙ. Афариндар!
Йосопов Ғәлимйән,Йосопов Фәрит ағайҙар 70 йәште ҡыуһаларҙа бер ярышты ла ҡалдырмай ҡатнашалар.
. Бына ҡайҙа ул дәрт!
-Спорт менән күптән дуҫмын. Йәштәр сәләмәт тормош алып барһалар, әүҙем булһалар, киләсәктә ололар араһында ла мәҙәни-спорт сараларын күберәк ойошторһалар, ҡайһылай яҡшы булыр ине,- ти Фәрит Әбүзәр улы .
Саңғы ярышы төшкә тиклем барҙы, әммә береһе лә таралышманы, ситтән булһа ла ҡатнашыусылар артынан күҙәтте, янып-көйҙө, артта ҡалыусыларҙы дәртләндерҙе, үҙ дистанцияһын тамамлағандар иһә Ғөбәйҙә Насырйән ҡыҙы тарафынан әҙерләгән эҫе сәй һәм бәлештәр менән һыйланды. Иң һуңында барыһы ла бүләкләү тантанаһына йыйылды.
Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙы менән миҙалдар тапшырылды. Ярыштың аҙағында Темәс тарихи- мәҙәни үҙәктең баш белгесе Әүәльбаев Марат Юлай улы төп бағымсыларға Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Саматова Эльмира Рәдиф ҡыҙы исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы.