“ Балҡыштарҙан торған ғүмер “
Һәр дәүерҙең, һәр төбәктең үҙенә күрә абруйлы кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре, һоҡланғыс етәкселәре була. Яҡшы кеше ил биҙәр тиҙәр, ә үҙҙәренең емешле изге эштәре менән ил биҙәгән яҡшы кешеләр арабыҙҙа бихисап. Темәс ауылының, райондың һәм республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошона ҙур өлөш индергән һәүәҫкәр композитор, оҫта баянсы ауылдашыбыҙ Римма Сәғит ҡыҙы Вәлиева тап шундайҙар ине. Нисек кенә ауыр булмаһын, шундай арҙаҡлы шәхесебеҙ тураһында бөгөн “ине” тип һөйләйбеҙ. “Балҡыштарҙан торған ғүмер“ тип аталған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уның яҡты рухына бағышланды. Унда Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, китапханасылар, шулай уҡ Римма Сәғит ҡыҙын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары ҡатнашты. Беҙҙең сара ауылыбыҙҙың имам-хатибы Әғзәм Ғәзизовтың Римма Сәғит ҡыҙының яҡты рухына аят бағышлауҙан башланды.
Римма Вәлиева 1956 йылдың 5 октябрендә Бетерә ауылында Валентина Василь ҡыҙы һәм Сәғит Йыһанур улы Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Бетерә ауылы тәбиғәттең иң матур, хозур урынында урынлашҡан. Шуғалыр ҙа Римма Сәғит ҡыҙына бала саҡтан ошо матурлыҡ тыуған илгә һөйөү, уға хеҙмәт итеү һәм уны яратыу тойғолары биргәндер.
Ауыл мәктәбенең һигеҙенсе синыфын тамамлағандан һуң, ул Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын Икенсе Этҡол мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Ошо ваҡыттан башлап ул үҙенең яратҡан, ғүмер буйына тоғро ҡалған эше менән айырылғыһыҙ булып йәшәй башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм тәүге уңыштарын яулай.
1979 йылда тыуған ауылы Бетерәгә ҡайта. Мәктәптә китапханасы, һәм шул уҡ ваҡытта өлкән вожатый булып та эшләй. Бетерә ауылында эшләгән осоронда ла йыр-моңдан, сәнғәттән айырылмай. Бетерә мәктәбе ул эшләгән йылдары район, республика кимәләндә ҙур уңыштарға ирешә. Талантлы, бар яҡтан да өлгөлө Римма Сәғит ҡыҙын 1991 йылда Темәс мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Ошо ваҡыттан башлап ул үҙенең яҙмышын Темәс ауылы менән бәйләй. Рима Сәғит ҡыҙы тормош иптәше менән өс ҡыҙға һәм малайға ғүмер бүләк итте. Өлкән ҡыҙы Гөлфиә Темәс ауылында йәшәй. Ул өс малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй. Гөлнара һәм Эльза ҡыҙҙары Набережный Челны ҡалаһында йәшәй. Ә улдарының ғүмере ҡыҫҡа булды.
Римма Сәғит ҡыҙы тормошто ныҡ яратты, бөтә яҡтан да таланлы кеше булды. Уның репертуары үҙенә генә хас бай йөкмәткеле, олоһона ла, кесеһенә лә, төрлө тамашасының йөрәгенә үтеп инмәле булды. Ул лирик, йәки шаян йырҙар башҡарһынмы, үҙенә генә хас оҫталыҡҡа эйә ине. Ниндәй генә көй булмаһын, баянында үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара алды. Уның сағыу, ҡыҫҡа ғына ғүмере сәнғәт һәм йыр-моң, сәнғәтте яратҡан халҡы, дуҫтары менән бергә үрелеп барҙы. Ул эшләгән дәүерҙә Темәстә сағы гөрләп торҙо. Мәҙәниәт усағынан тыш ул никах туйҙарын, төрлө халыҡ йолаларын үткәреүҙе лә үҙенә генә хас тырышлығы менән ҡайнап йөрөп эшләне лә, эшләне.
Римма Сәғит ҡыҙы оҫта баянсы, ойоштороусы, йырсы булараҡ районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ул үҙе лә йырҙар яҙҙы, таҡмаҡтар ижад итте. Темәстә – “Серҙәштәр”, ”Хазина”, Әмин ауылында “Әхирәттәр” фольклор ансамблдәрен ойошторҙо. Улар Мәскәү, Силәбе, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларында үткән һабантуйҙарында ҡатнашты. Республика кимәлендә үткәрелгән күп сараларҙа ла яҡташыбыҙ йыр-моңдары менән биҙәне. Ул йылдарҙа Римма Сәғит ҡыҙы “Ашҡаҙар таңдары” республика конкурсы лауреаты, район баянсылар бәйгеһе еңеүсеһе булып та танылды. Мәктәптәргә, мәҙәниәт йорттарына музыка яҡтан биҙәүсе булараҡ, һәр ваҡыт ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уның өйрәткән, яратып йырлаған йырҙарын сәнғәт һөйөүселәр әле лә яратып башҡара.
Хәтер кисәһендә Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, яҙыусы, драматург, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Әминә Яхина, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова, яҡташыбыҙ, күп йылдар Темәс ауылы хакимиәтендә етәксе булып эшләп киткән Рауил Йәнсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Искужин, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премияға лауреаты, үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлитов, БР-ның атҡаҙанған ауыл ғужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғәриф эшмәкәре Сафа Ишмөхәмәтов, һәм һандуғасыбыҙҙың тормош иптәше Нурмөхәмәт Ишмөмәмәт улы, балалары, шулай уҡ туғандары, яҡындары, дуҫтары, үҙе тыуып үҫкән Бетерәнән ауылдаштары ҡатнашты. Улар үҙҙәренең сығышында Римма Сәғит ҡыҙын тик матур һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән генә телгә алды.
Был донъяга һәр кем үҙ урыны, үҙ тәғәйенлеше менән тыуа. Кемдер кешеләрҙен тәнен, бәғзеләр йәнен дауалай. Берәүҙәр тыумыштан уҡ игенсе, йә урмансы була, икенселәргә Аллаһы Тәғәлә күңел тулы моң бирә. Һандуғастай моңло тауыштары менән тирә-яҡтағыларҙа һоҡланыу тойғоһо уята! – тип сараны башлап ебәрҙе Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш етәксеһе Марат Әүәлбаев. – Тап шундайҙарҙан булды ла инде Римма Сәғит ҡыҙы Валиева. Ул донъяға киң ҡарашлы, тормошто яратҡан, эшһөйәр, бөхтә, изге күңелле, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңә белгән, яңылыҡҡа ынтылған һәм булғанына шөкөр итеп кенә йәшәгән шәхес булды.
Римма апайҙың көслө, моңло тауышы, бигерәк тә баянда өҙҙөрөп уйнауына кем генә һоҡланманы икән?! Эйе, тәбиғәт уға талантты йәлләмәй биргән. Римма Сәғит ҡыҙы Темәс мәҙәниәт йортонда 35 йыл эшләп өлгөрә. Шул ҡәҙәр ваҡыт ул баянын шундай һандуғас итеп өҙҙөртөп һайратырға өлгәшә. Баймаҡ районы исеменән республика кимәлендә үткәрелгән күп сараларҙа, фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнаша. Ҡайһы ваҡыт уға мәҙәниәт эшен йыш ҡына ғаиләһенең мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуйырға ла тура килә.
Римма апайҙың шул ҡәҙәр дуҫтары күп булды. Тормоштоң ауыр мәлдәрендә ул гел генә халыҡҡа, дуҫтарына таянды. Белһә ине уны бөгөн тыуған ере, дуҫтары, туғандары нисек һағынғанын! Һүҙ менән генә лә аңлатып бөтөрлөк түгел. Бөйөк тә, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа булып ҡала белгән йырсыбыҙ 2013 йылдың 3 ғинуарында меңәрләгән тамашасыһын хәсрәткә һалып, 57 йәшендә генә яҡты донья менән хушлашты. Уның беҙҙең аранан китеүгә ун бер йыл үтте…
Темәстәрҙең яратҡан йырсыһы булды ул – Римма Вәлиева. Ул халыҡтың яратҡан йырҙарын ғына йырланы, бөтә ғүмерен йырға бағышланы. Йырлатты ла, илатты ла ул беҙҙе. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡтың яратҡан сәнғәт эшмәкәре, йырсыһы булды.
Хәтер кисәһендә Римма Сәғит ҡыҙының репертуарында яратып башҡарған йырҙары яңғыраны. Айгөл Урал ҡыҙы уның “Ниңә ғүмер?” йырын башҡарғанда ирекһеҙҙән күҙҙәр йәштәргә мансылды. Дилә апай Нурғәлина башҡарыуында Римма Сәғит ҡыҙының “Әсәйемә” шиғыры яттан һөйләп ишеттерҙе. Был көндө сәхнәнән “Башҡорт йыры” асыҡ республика йыр бәйгеһе дипломанты Фәрит Йосоповтың, Венера Боранғолованың, Фәниә һәм Динар Мәжитовтарҙың, урындағы “Ғилмияза “фольклор төркөме ҡыҙҙарының йырҙары яңғыраны. Ғата Сөләймәнов исемендәге Темәс музыка мәктәбенең ҡатын-ҡыҙҙары башҡарыуында рус халыҡ бейеүе ”Лебедушка” (етәксеһе Элвира Валеева), Фәниә Искужина менән Зифа Асылбаева “Еңгәкәй“ бейеүен, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаттары Динислам Исҡужин һәм Әсҡәт Нурмөхамөтовтар, Зифа Асылбаева дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.
Римма Сәғит ҡыҙы арабыҙҙан китһә лә, уның фиҙаҡәр хеҙмәте, эшләгән эштәре ҡалды, башҡаларға өләшкән күңел нуры йырҙары, шиғырҙары ҡалды, йылмайыуы ҡалды… Һеҙгә, беҙгә, балаларға биргән һөйөүе ҡалды. Яратҡан ғаиләһенә, балаларына, халҡына әйтер һүҙе булып уның йөрәгенән урғылып сыҡҡан үҙе башҡарыуындағы йырҙары яңғыраны.
Һандуғастың һайрар ғүмере
Ҡырҡ көн, тиҙәр халыҡта.
Моңло ҡоштай булды инде
Һинең йырлы яҙмыш та…
Үҙәк өҙөр йырҙар ҡалды
Һәм яҡты хәтирәләр.
Үкенесле барыбер ҙә,
Ерҙән иртә киткәндәр…


