Милләт ҡото-ҡорама
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был шөғөл модаға әйләнде.. Донъяның төрлө илдәренең ҡул эше оҫталары ғына түгел, ә танылған модельерҙар һәм дизайнерҙар ҡорама ҡорауҙың төрлө техникаһы менән үҙҙәренең ижади хыялдарын тормошҡа ашыра. Темәс ауыл модель китапханаһында “Ҡорама” түңәрәге алты йылдан ашыу эшләп килә,ун биштән ашыу кеше йөрөй. Ҡорама дәресе халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, ҡул эштәренә һәм сәнғәткә һөйөү уятыу маҡсатында ойошторолды.Темәс ауылына килгән туристарға,ауылыбыҙҙың оҫтабикәләре ,ағинәйҙәр ҡул эштәренең күргәҙмәһен ойоштороп оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр.Был сараға мастер-класс үткәреү өсөн ҡорама оҫтаһы Ишматова Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы күрһәтһә, ә Фәүзиә Әбсәләмова быйма ,кейеҙ,туҙ һағыҙы ҡайнатыу серҙәрен өйрәтте.


