logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Ҡатын-кыҙҙың бөтөн матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа”

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора.Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был байрам уңайынан төрлө саралар үткәрә.

Темәс-тарихи мәҙәни үҙәге Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә “Ҡатын-кыҙҙың бөтөн матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте.
Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү танышыу, ҡотлау, һүҙҙәре менән башланып китте. Һәр әсә үҙ тормошо, балалар тәрбиәләүгә ҡарашы, тормоштоң төрлө ваҡиғаларын һөйләп киттеләр. 
Аҙаҡ сетерекле лә, бәхәсле лә һорауҙар күтәрелде. Мәтди дәртләндереү- әсәлек капиталының, төрлө түләүҙәрҙең балалар күләменә йоғонтоһо, ғаиләлә иман ниндәй урын алыуы, ауылда баланы төрлө яҡтан үҫтереү мөмкинлектәре, телефон-гаджеттарҙың ҡулланыуы ниндәй сиктәрҙә билдәләнергә тейешлеге тураһында һөйләшеү бер үк мәсьәләгә өлкән һәм йәш быуын әсәйҙәренең төрлө ҡарашын сағылдырҙы. Йәнле аралашыуҙың матур биҙәге булып музыка мәктәбенең ир уҡытыусыларының музыкаль ҡотлауы, үҙәктең өлкән белгесе Ишбулатов Ильяс Әсҡәт улының ҡотлау һүҙҙәре, ҡунаҡтарҙы сәскәләр менән бүләкләүе булды. 
Түңәрәк өҫтәл артында осрашыу һәр беребеҙгә файҙалы ла, уйландырғыс та, үҙенә күрә яңы үрҙәргә дәртәләндереүсе лә булғандыр тип ышанабыҙ.
Байрам менән, хөрмәтле әсәйҙәр!!! Балаларыбыҙҙың бәхетен күреп, шатлыҡлы ауаздарын ишетеп, мөхәбәтле тормошта йәшәргә яҙһын!!!