Лҽгҽндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә- ҽрҽм-һыуым тарихы
Темәс ауыл модель китапханаһы “Лҽгҽндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә- ҽрҽм-һыуым тарихы”Темәс ауыл модель китапханаһы “Лҽгҽндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә- ҽрҽм-һыуым тарихы” акцияһы сиктәрендә бай тарихлы Әмин ауылы эргәһендә ятҡан Өйташ тауы һәм мәмерйәһенә балаларҙы алып сыҡтым ,тарихы менән таныштырҙым. Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярына һыйынып,иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул Әмин ауылы.Бында әҙәм балаһына матди байлыҡ та, күңеленә рух, дәрт-дарман биреүсе тәбиғи шарттар ҙа Хоҙай тәғәләнең үҙе тарафынан бирелгән. Улар ҡара тупраҡлы уңдырышлы ер, Һаҡмар һыуы, уға ҡушылыусы тау шишмәләре, урмандары, ағас-ташы, болондары, еләк-емеш, йылға балыҡтары,ҡыр хайуандары, тауҙары һәр кемгә күңеле һөйгән һөнәрен һайлап уңышлы кәсеп итергә тәбиғи тәүшарттар булып тора. Әмин ауылын тауҙар,урмандар уратып алған,янынан ғына һаҡмар йылғаһы аға.Элегерәк Өйташ тауы янында күлдәр булыуы билдәле. Иң мөһиме Мәмерйә төбәгендә ер стеналарын хәтерләтеүсе ер өйөмдәре булыуы. Ғәҙәттә башҡорттар мәғдәр эшкәрткән,тимерселек менән шөғөлләнгән урындарын сит-ят күҙҙәрҙән йәшерә торған булғандар.Бәлки Мәмерйә урыны тимерселек урынылыр?..Әйткәндәй Әмин ауылының көньсығышында таш сығарыу карьерыла бар.Күкһел таш тимерселәр өсөн металл сығанағы булып хеҙмәт иткән.Ташта тимер барлығын ябай эксперемент ярҙамында белергә мөмкин,даими магнит күкһел ташҡа әүҙем таратыла,карьер янындакомпс уҡтарыла күсенә башлай. Әмин ауылына нигеҙ һалыусы Әмин батыр исеме менән бәйле.Әмин үҫеп буй еткәс,өйләнгәс үҙенең дуҫтары менән менән яңы ауылға нигеҙ һалырға була.Борон башҡорттар ауылға урынды,янында мәмерйә булған урынды һайларға тырышҡандар.Мәмерйәләрҙә йәшереп тимер эшкәртеү менән шөғөлләнеп булған,һәм дошман менән алышҡа килгәндә ғаиләләрен,бала-сағаларҙы йәшереп китергә урын булып хеҙмәт иткән Әмин тимерсе һөнәрен үҙләштерә.Ул ваҡытта был һөнәр бик кәрәкле була. Сөнки башҡорттарға тимерлек асырға тыйылған мәл.Башта һалҡын тимер менән эш итһә, һуңынан Өйташ мәмерйәһе эсендә йәшерен тимер ҡора.Тәүҙәрәк донъяға кәрәк- ярағын, салғыһын,урағын,балтаһын, уҡ башаҡтарын тимер иретеп яһай.Аҙаҡтан йәшереп кенә хәнйәрен, һөңгөһөн, киҫтәнен, ҡылысын ҡоя.Ҡорал һаҡлыҡҡа һалына бара Әлбиттә Әминдең ышаныслы терәге Сураш ағаһы була.Әмингә барлығы 25 йәш кенә булған ул мәлдә.Мәргәнлеккә тормош һабаҡтарына Сурағол Ҡолморҙа улы( 1711-1773), халыҡ хәтерендә Сураш батыр, йә Сураш мәргән исемдәре менән билдәле, ағаһы өйрәтә. Сураш- ҡырҡты тултырған мыҡты ир, өҫтәүенә, йәшләй ут- һыуҙар кискән яугирҙа. 1735-1937 йылдарҙағы болаларҙа ҡатнашҡан.Ҡараһаҡал һыбайлылырын яу менән оҙатып барған кеше 1773 йыл Сураш батыры (62 йәшендә) Әмин , Темәс батырҙар, улдары яҡташтары менән, Башҡорт еренә яуызлыҡ бөркөп торған Ырымбур ҡалаһын ҡамаған Пугачев ғәскәрҙәре сафында һуғыша, шунда үлемесле яралана. Әминдең тау тимерлеген ҡорошҡан, уға ҡорал яһашҡан кеше шул Сураш ағаһы. 1754 йылда башҡортртарға һалынған яһаҡ, Сенат ҡарары буйынса, ҡаҙнана тоҙ һатып алыу менән алыштырыла.Был үҙ сиратында һалымдың әллә күпмегә артыуына килтерә. Хәҙерге ваҡытта мәмерйәнең ауыҙын япҡандар ҡыуыш ҡына булып тора .Был тарих балаларға оҡшаны,сәйәхәтебеҙҙе Олотауға юлланыҡ