logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Яугир менән осрашыу

✅Яугир менән осрашыу .
Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Батырлыҡ дәрестәре сиктәрендә Темәс урта мәктәбенең 8 – се синыф уҡыусыларына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Гафаров Айҙар Азат улы менән осрашыу сараһы үтте.

✅Яугир иптәштәренең берҙәмлеге, батырлыҡтар хаҡында бәйән итте. Тарихи -мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Әүәлбаев Марат Юлай улы Украиналағы барған хәрби операцияның ҡыҫҡаса тарихын һәм ни өсөн беҙҙең һалдаттар унда илебеҙҙең киләсәген тыныс тормошон һаҡлауҙарын һөйләп үтте.Балалар етди һорауҙар бирҙе һәм ғәҙел яуаптар алды. Уҡыусылар геройҙарҙың,батыр егеттең улар янында йәшәгәненә тағы бер тапҡыр инанды.

✅”Йорт-илдәр тыныс булһын, егеттәребеҙгә имен-һау тиҙерәк тыуған йорттарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ”