«Урал батыр»көнө
📚8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө.📚
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса, 8 июнь Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» көнө тип иғлан итеелд
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан – быуынға тапшырылып килгән рухи хазина. Эпоста халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтҽ, изгҽлҽк һәм яуызлыҡ, яҡшы мҽнән яман, үлҽм һәм үлҽмһҽҙлҽк кҽүҽк мәңгҽлҽк төшөнсәләр үҙҽнсәлҽклҽ сағылдырыла.
1910 йылда егерме ике йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын хәҙерге Баймаҡ районының Иҙрис һәм Бәләкәй Этҡол ауылдарында йәшәгән сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала.
Эпос өс өлөштән, туғыҙ бүлҽктән тора. Ҡобайыр төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, нҽмҽц, вҽнгр, төрөк, фин, абхаз,әзҽрбайжан, ҡырғыҙ, һ.б.тҽлдәргә тәржҽмә итҽлҽп баҫтырылған.
Ошо байрам уңайынан Темәс ауылы ағинәйҙәре менән Әбйәлил районы Ағинәйҙәр ойошмаһы ” Урал батыр ” эпосына арналған квест уйында ҡатнаштылар.
Сараны Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан ойошторолған , Шәүрә Ильясовна бик мауыҡтырғыс, фәһемле итеп алып барҙы.
Сарала ҡатнашыусы бөтә Ағинәйҙәребеҙ халҡыбыҙ асылын, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү мәғәнәһен, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе йөрәге аша үткәреп аңланылар. Киләсәктә йәш быуынды тәрбиәләгәндә « Урал батыр» эпосына таянырға һәм бөйөк эпосты өйрәнергәлә , өйрәнергә тип һүҙ ҡуйышып , киләсәктә тағыла ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләргә тип таралыштылар.
Шулай итеп ,үҙебеҙҙең данлы эпосыбыҙҙы бөтә донъяға танытып, бөйөк ғалимдарыбыҙ ярған эҙҙәрҙән үтеп, Уралдың исемен Ер шарына яңғыратырға яҙһын. Эпостың эстәлегенә Батырҙар рухы һалынған һәм улар әлелә бит Ил һағында тора, уларҙы беҙ эштәребеҙ менән йәнләндерергә бурыслы.
