logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Тылсымлы сәскә “

Темәс балалар баҡсаһының бәләкәй төркөмө кескәйҙәре өсөн ,оҫталыҡ дәресе үткәрелде.(тәрбиәсеһе Искужина Ләйсән Булат ҡыҙы)
Халыҡ – ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң иң хисле һәм наҙлы байрамы 8 мартҡа яратҡан әсәй-өләсәйҙәргә, йәки тәрбиәселәргә байрам уңайынан кәйефте күтәреү өсөн матур сәскә яһарға өйрәндек.Барыһы ла күңелле мауыҡтырғыс булды,һәр бала үҙенең ижадын еткерә алды.

Балаларҙың күҙҙәре шатлыҡ менән балҡыны, улар үҙ эштәре менән ғорурланды һәм бер-береһенә рәхәтләнеп күрһәттеләр.

Һәр кем әсәйенә ҡул эштәре генә түгел, ә “сәхри сәскә” бүләк итә, бала сағында теләген әйтә ала.
Бындай осрашыуҙар ата-әсәләр менән балалар баҡсаһы араһында бәйләнеште нығыта, ә балалар матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырырға мөмкинлеген һәм был ысын тылсымлы икәнен аңлай!

Балаларыбыҙҙың теләктәре тормошҡа ашһын!
Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!