“Тарихҡа бай тыуған төйәгем”
Темәс ауыл модель китапханаһында,йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә башланғыс класс уҡысылары,класс етәксеһе Шахморатова Зәбирә Әғзәм ҡыҙы “Тарихҡа бай тыуған төйәгем” исмеле китапхана дәресе үтте
Беҙҙең төп маҡсат башҡорт халҡының,ауылыбыҙҙың тарихын, телен, йола, ғөрөф ғәҙәттәрен, милли байрамдарын һаҡлап ҡалыу,юғалып барған кәсептәрен тергеҙеү.
Беҙ, аҫаба башҡорттар төйәге булған Баймаҡ районының иң ҙур, данлыҡлы, ошондай тарихи һәм архитектура ҡомартҡыларына бай, бик күп сағыу һәм билдәле шәхестәрҙең яҡты эҙен һаҡлаған, респуб ликабыҙ кимәлендә билдәле Темәс ауылында йәшәүебеҙ менән ғорурлана алабыҙ, балалар, шул уҡ мәлдә был беҙгә яуаплылыҡ та өҫтәй – беҙ үҙ ауылыбыҙҙың бай тарихын белергә, күңелебеҙгә, хәте-ребеҙгә һеңдерергә бурыслы.
Айҙар, йылдар үтер, бик күп һыуҙар ағыр, ҡайһы бер халыҡтар ер йөҙөнән юҡҡа сығыр…
Меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ булған халыҡ булараҡ беҙ үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ, юғалмайыҡ тиһәк…тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, шәжәрәбеҙҙе, йыр- моңдарыбыҙҙы белеү бик кәрәк.