logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Сталинград һуғышы

2 фҽвраль-Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Ошо уңайҙан Темәс урта мәктәбенең 4 – се класы уҡыусылары (етәксеһе Расулова Әнүзә Васил )өсөн китапхана дәресе үткәрелде.
Дәрестә совет һалдаттарының ҡаһарманлығы,хеҙмәтсәндәрҙең һәм сталинград ҡалаһының тыныс халҡының ҡаһарманлығы тураһында һөйләнек. Дәресте уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙҙәренә кәрәкле һорауҙарға яуаптар таптылар.