logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Салауат Юлаев- батыр,талантлы шағир,йырсы”

Мин үлмәнем, башҡорттарым!

Һин алыҫта минән, Ватаным!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!

Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар.

Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл.
Темәс ауыл модель китапханаһында “Салауат Юлаев- батыр,талантлы шағир,йырсы” исемле китапхана дәресе үтте, балалар Салауат Юлаевтың тормош юлы,ижады,батырлығы тураһында һәм китап күргәҙмәһе менән таныштылар.Шиғырҙар,хикәйәләр уҡыныҡ.