” Әсәләр нур сәсәләр “
Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған ” Әсәләр нур сәсәләр “исемле сара үткәрелде.
Был сараға ауылыбыҙҙың абруйлы әсәйҙәре һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәләре , ғәзиз улдарын юғалтҡан герой әсәләр һәм Темәс ауылының «Һаҡсы фәрештә» фонды хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр саҡырылды.
Темәс урта мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары йыр ,бейеүҙәр бүләк иттеләр( етәксеһе Рәғиҙә Риф ҡыҙы Ханафина ) Әбсәләмова Әлиә,Буранғолова Венира,Айгөл Урмантаеваларҙың моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.
Кисә барышында сараның төп ҡунаҡтары булған герой әсәләр үҙҙәре менән таныштырҙылар, батыр улдары тураһында һөйләнеләр. Йөрәктәре ҡанһыраған әсәләрҙең сығыштары бик тә тулҡынландырғыс һәм тетрәндергес булды. Тыуған ил һағына мобилизация буйынса һәм үҙҙәре лә ҙур теләк белдереп, Ватанға оло һөйөү менән баҫҡан, яу яланында ҙур батырлыҡтар күрһәткән егеттәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек.
Тарихи -мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы Әүәлбаев үҙенең докладында әсәйҙәр байрамы ҡасанан башланып китеүен һәм төрлә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
«Һаҡсы фәрештә» фондының етәксеһы,депутат Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы Йосопова әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, уларға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуҙары тураһында әйтеп үтте.
Тарихи -мәҙәни үҙәктең белгесе Эльза Миҙәхәт ҡыҙы һәм ауыл китапханасыһы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы әсәйҙәрҙең күңелен күтәреп төрлө уйындар үткәрҙеләр.Әсәйҙәр тик кенә ултырманылар үҙҙәренең шиғыр,йыр,бейеүҙәре менән һөнәрҙәрен күрһәттеләр.
Кисәне матур итеп алып барыусылар Темәс клубы хеҙмәткәрҙре Айгөл Урал ҡыҙы Урмантаева һәм Лилиә Камил ҡыҙы Халикова.
Сарабыҙҙың аҙағынан тәмле сәйҙәр эстек.Югреп йөрөп сәй әҙероәгән ҡыҙҙарыбыҙ
Гүзәл Марат ҡыҙы,Әлфиә Ишбулды ҡыҙы,Дилә Мазһар ҡыҙы,Гөлнара Искәндәр ҡыҙы,Альбина һәм Алсу апайҙарға ҙур Рәхмәт.
Байрам менән герой, бөйөк әсәләр! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, күңел тыныслығы, күркәм сабырлыҡ, бәхет, именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ! Һеҙҙең йортта йылы усаҡ һүнмәһен!
Беҙ теләйбеҙ тыныслыҡ!


