«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?»
Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда ,Баймаҡ районы Башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған «Сәләмәт ауыл» акция сиктәрендә , «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйыны ойошторолды. Беҙ Темәстәр ,Икенсе Этҡол һәм Һаҡмар ауылдары командалары менән көс һынаштыҡ.
Башҡортостандың тәбиғәте, билдәле шәхестәре тураһында һорауҙарҙы Ҡуянтау ауылының клуб мөдире Әҡлимә Үтәмишева әҙерләне һәм алып барҙы.
Сара музыкаль сәләмдәр менән үрелеп барҙы. Раил Хәсәновтың, Фәниә һәм Динар Мәжитовтарҙың моңло йырҙары ,Ниғәмәт ауылының «Наза» бейеү ансамбле ҡыҙҙарының «Тирәккәйем»бейеүеҙәре бик оҡшаны.Уйын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте.
Һөҙөмтәлә, I-урынды Икенсе Этҡол ауылының командаһы, II- урынды Темәс ауылының” Дуҫлыҡ “командаһы, III–урынды Һаҡмар ауылының “Ҡаҡтуғай “командаһы яуланы.
Ойоштороусылар Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғатауллина Нурия Вәхретдин ҡыҙына һәм Киекбаева Гөлбикә Сафа ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

