“Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо “
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, –
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры , яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуған көнө.
Темәс урта мәктәбенең 2 класс уҡыусыларына , Мостай Кәримдең ижадына арналған”Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо ” исемле китапхана дәресе үткәрелде. Класс етәксеһе Ишбулатова Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы .Уҡыусылар әҙиптең шиғырҙары,хикәйәләре ,китаптары менән таныштылар.Бердикаев Назар Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм , иптәштәр!” шиғырын яттан һөйләне.Уҡыусылар өйҙә уҡырға китаптар алдылар.Афарин уҡыусылар!!!

