logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын”

Темәс ауыл модель китапханаһы янында төҙөлгән”Атайсал”клубы рәйесе ,китапхананың яҡын дуҫы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Темәс ауылының почетлы гражданины һәм ауылыбыҙҙың билдәле аҡһаҡалы Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев ошо көндәрҙә баҡыйлыҡҡа күсте .

Сәлимйән Ғәлләм улы 1934 йылда Баймаҡ районының II Этҡол ауылында урта хәлле эшсе-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс белемде Мырҙый мәктәбендә, 7 йыллыҡ белемде II Этҡол мәктәбендә алғандан һуң уҡыуын 1950 – 1954 йылдарҙа Темәс педучилищеһында дауам итә. 1954 йылда, уҡытыусы һөнәре алғас, Бөрйән районына эшкә ебәрелә. 1954 – 1956 йылдарҙа Аҡбулат, Мәҡсүт ауылдары мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй.
1956 – 1958 йылдарҙа Камчаткала зенитная артиллерия сафтарында разведчик булып хеҙмәт итә, хәрби званиеһы – өлкән лейтенант. Хәрби хеҙмәтте тамамлағас, ситтән тороп 1959 – 1962 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механизация факультетын тамамлай. 1962 – 1968 йылдарҙа Магнитогорск пединститутында уҡый һәм уны уңышлы тамамлай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, партияның ҡушыуы буйынса Муллаҡай, Шүлкә, Ишбирҙе, Һаҡмар, Темәс, Һаҡмар, Йомаш, Темәс мәктәптәрендә эшләй.
Педагогик хеҙмәт стажы 46 йыл. Шул иҫәптән 8 йыл – завуч-ойоштороусы, 22 йыл мәктәп директоры, 6 йыл ауыл советы рәйесе, 1 йыл – партком секретары.
30 йыл КПСС ағзаһы. Йәшәү дәүерендә йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. 30 йыл буйы төрлө ерҙә тәүге партия ойошмаһы секретары, 20 йыл партбюро ағзаһы, 18 йыл ауыл советы депутаты, 15 йыл исполком ағзаһы була. Эш дәүерендә уға ҡатмарлы йәмәғәт эштәрен йөкмәтәләр: лектор, пропагандист, политинформатор, агитатор, агитколлектив етәксеһе, районда мәктәптәрҙе тикшереү буйынса йәмәғәт инспекторы һәм ике йыл Баймаҡ районы РОНО-һы советы ағзаһы.
Төрлө ерҙә (Ишбирҙе, Һаҡмар, Йомаш, Темәс мәктәптәрендә) директор булып эшләгәндә, уҡытыу-тәрбиә эшенең хәл-торошо һәм мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ярышта 12 мәртәбә районда 1-се урын һәм райондың күсмә Ҡыҙыл Байрағын, 8 тапҡыр мәктәптәрҙә ял һәм хеҙмәт лагерын ойоштороу һәм производство бригадаһының эше буйынса күсмә Ҡыҙыл Байраҡты яулауға ирешә. Өс мәртәбә «Социалистик ярыш алдынғыһы» миҙалына лайыҡ була.

Сәлимйән Ғәлләм улы 2000 йылдан бирле хаҡлы ялға сыҡты.
2006 йылда “Атайсал клубы рәйесе итеп һайланыҡ,шунан алып беҙ уның менән ниндәй генә саралар үткәрмәнек “Хәтер һәм ҡәҙер “ кисәләре,китаптарҙың исем туйҙары ,район һәм ауыл кимәлендә ойошторолған саралар һәм йәмәғәт эштәренән урын еренә еткереп башҡарҙы.
Һәр саҡ район, республика газеталары биттәрендә урындағы тарихи шәхестәр һәм көнүҙәк темаларға бағышланған әһәмиәтле материалдар менән таныштырҙы.Һәр саҡ конкурстарҙа ҡатнашып урындар яуланы.
Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған район хикәйәләр конкурсында ҡатнашҡанйны—-Сертификатын күрмәй китте.
Уҡыусылар, йәштәр һәм ауылдаштары араһында урынлы фекерҙәре менән уртаҡлашты, тәрбиәүи эштәре менән ярҙамлашты.ул
Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙы Өмөтбаева менән бергә ғаилә ҡороуҙарына 61 йыл тулды.
Улар ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының һәр береһе юғары белемле, улар үҙ ғаиләләре менән халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә эшләйҙәр.

Сәлимйән Ғәлләм улының тормош юлдашы Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙының һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һеҙгә Аллаһы тәғәлә күркәм сабырлыҡтар бирһен!
Мәрхүмдең мәңгелек йоҡоһо тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, рухы шат булһын!