logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Ленинград блокадаһы”

✅Темәс урта мәктәбенең 1-4 класы уҡыусылары өсөн Ленинград ҡамалышына арналған батырлыҡ дәресе үткәрелде.

✅Дәрестең төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау, һуғыштың иң фаҗиғәле хәлдәренең береһе – Ленинград ҡамалышы осорона иғтибарҙы йүнәлтеү, укыусылар күңелендә ауыр һынауҙар аша үткән кешеләр яҙмышына ҡарата мәрхәмәт һәм икмәктең (ризыктың) ҡәҙерен белеү хистәре уятыу булды.

✅Уҡыусыларға фажиғәле үткән тарих тураһында тулы мәғлүмәт бирелде. “Ленинград блокадаһы” тигән исем аҫтында презентация күрһәтелде.Дәрес аҙағында уҡыусыларға уйындар ойошторолды хәрефтәрҙән тыныслыҡ һүҙен төҙөнөләр. Үткәрелгән дәрес “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” -тигән һүҙҙәр менән тамамланды. Дәрестә ҡатнашҡандары өсөн класс етәкселәре Асаинова Рәғиҙә Риф ҡыҙы,Рәсүлова Әнүзә Василҡыҙы һәм Имельбаева Ләлә Хөснихаҡ ҡыҙына , уҡыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ!