logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

” Космос киңлектәренә сәйәхәт”

✅ 1961 йылдың 12 апрелендә тарихта кеше тәүге тапҡыр йыһанға оса. Ул – СССР гражданы Юрий Алексеевич Гагарин!

✅ Юрий Гагарин “Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр Ер шары тирәләй әйләнеп сыға. Ул йыһанда 108 минут оса. Бөгөн, йыһан станцияларында бер нисә айлыҡ экспедициялар үткәрелгән ваҡытта, был бик аҙ һымаҡ күренә.

✅ Юрий Гагарин иһә йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып космонавт һөнәре барлыҡҡа килә. Һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша. Кешенең йыһанға осошо уның киңлектәрен үҙләштереү өсөн яңы аҙым булып торҙо. Хәҙер был көн БӨТӘ ДОНЪЯ АВИАЦИЯ ҺӘМ КОСМОНАВТИКА КӨНӨ тип билдәләнә.

✅Бөгөн Темәс урта мәктәбенең 2 – се синыф уҡыусыларына (класс етәксеһе Ишбулатова Сәлимә Шөғәип ҡыҙы)” Космос киңлектәре буйлап ” исемле китапхана дәресе үтте.Уҡыусыларға төрлө уйындар уйнап,һорауҙарға яуаптар бирҙеләр,слайд һәм йәнһүрәт ҡаранылар.Афарин уҡыусылар!!!