logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Көлә-көлә һәнәккилә”

Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда. үткер телле, үткер ҡәләмле коллектив – “Һәнәк” журналының ижади төркөмө менән осрашыу кисәһе үтте.

Яҡташыбыҙ шағир, журналист. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы , «Һәнәк» журналының баш мөхәррире юмор, сатира, тәржемә өлкәһендә эшләп, журналдың уҡыусыға ҡыҙыҡлы, фәһемле булыуын хәстәрләгән—Ишбулатов Илгиз Вәкил улы

Билдәле яҙыусы,юморескалар, ҡыҫҡа
сюжетлы хикәйәләр оҫтаһы, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре”, сәсән телле журналист, “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Марат Мөхәмәт улы Әминев

Биҙәлеш мөхәрриребеҙ ––Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы һәм Рәсәй Федерацияһының Дизайнерҙар союзы ағзаһы. Карикатурист, рәссам ,250-нән ашыу китапты биҙәүсе, “Мурзилка”, “Аҡбуҙат”, “Һәнәк” кеүек баҫмаларҙа эшләүсе. Уның һүрәттәре журналға үҙенсәлекле стиль биреүсе, юморҙы тағы ла йәнләндереүсе —–Артур Василов.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһы директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова.
Һәм уҡыусылар,уҡытыусылар, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнашаты.

Бөгөнгө көндә “Һәнәк” журналында баш мөхәррир йөгөн тартҡан журналист, матур ғаилә башлығы, бер ҡыҙға һәм улға атай кеше, башҡорт теле һәм әҙәбиәте тип янып йөрөгән яҙыусы Илгиз Ишбулатов үҙенең сығышында Темәс мәктәбендә уҡыған осорондағы мәктәп йылдары хәтирәләре, киләсәккә ҡорған уй-пландары менән уртаҡлашты.

Йәнле, файҙалы осрашыуҙы Темәс ауылы китапханасыһы Әүәльбаева Миңзәлә алып барҙы.Журналдың баш мөхәррире, шағир, яҡташыбыҙ Илгиз Ишбулатов был сәфәрҙең маҡсаты тураһында һөйләне, журналдың 100 йыллыҡ тарихына байҡау яһаны, шулай уҡ үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Биҙәлеш мөхәррире Артур Василов журналға яҙылыусыларҙың портреттарын эшләп ҡыуандырҙы. Ә инде журналдың яуаплы сәркәтибе, прозаик, сатирик Марат Әминев килгән тамашасыларҙы төрлө мәрәкәле хәлдәр һөйләп көлдөрҙө.

Артабан Темәс ауылы китапханаһы янында ойошторлған”Умырзыя “фольклор берекмәһе ағзаһы Венира Шаһыбал ҡыҙы ҡунаҡтарҙы тәбрикләп,музыкаль сәләм тапшырһа, Темәс музыка мәктәбе уҡытыусылары Арсланов Мәүлит ,Ишбулатов Ильяс һәм уҡыусыһы Мухаметзянов Иршат ҡурайҙа уйнап кисәне биҙәнеләр.

Осрашыуҙа сығыш яһаған мәғәриф ветераны Гөлнара Кәрим ҡыҙы,Темәс тарихи- мәҙәни үҙәге етәксеһе Марат Юлай улы,Темәс ауылы депутаты Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы , Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы ошондай йәнле ,фәһемле халыҡ менән осрашыуҙарҙың кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып ,Илгиз Вәкил улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Йылы осрашыуҙан илһам алған Темәс ауыл халҡына , күрше ауыл китапханасыларынала рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Осрашыу барышында “Һәнәк” журналына яҙылыу ойошторолдо. Осрашыуға килгән тамашасыларға сара бик оҡшаны, уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Март ҡояшы йылы нурҙарын ни тиклем йәлләмәй тыуған еремә һипһә, был осрашыу ҙа тамашасы күңелендә шул тиклем ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.

Осрашыу барышында “Һәнәк” журналына яҙылыу ойошторолдо. Күҙгә-күҙ ҡарашып аралаша алыуыбыҙға бик шат булды ауылдаштар.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп Темәс халҡы менән осрашыуға килгән һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәләре өсөн әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән оло рәхмәт белдереп, алдағы эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!